+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Март 2023, 08:25

“Увертюра” салаты

Был салатты әҙерләү өсөн 300 грамм тауыҡ ите, 200 грамм шампиньон, 100 грамм ҡаты сыр, 50 грамм грек сәтләүеге, 100 грамм ҡара емеш, 100 грамм майонез, көнбағыш майы, самалап тоҙ, борос кәрәк.

“Увертюра” салаты“Увертюра” салаты
“Увертюра” салаты
Бәшмәкте ҙур булмаған киҫәктәргә турағас, ҡайнар табаға һалып, һыуы сығып бөткәнсе тотабыҙ. Аҙаҡ тоҙ, борос һалып көнбағыш майында ҡыҙҙырып алабыҙ. Бутап тороғоҙ.
Тауыҡ итен бешереп алғас, турарға. Сырҙы эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, грек сәтләүеген иҙәбеҙ. Ҡара емеште турайбыҙ.
 
Хәҙер салат әҙерләйбеҙ.
 
Тәүге ҡатламға - бәшмәк, артабан тауыҡ ите, ҡара емеш, сыр һалабыҙ. Һәр ҡатлам майонез менән яғыла. Иң өҫкә селтәрләп һәм йоҡа итеп майонез һалабыҙ. Сәтләүек онтағын һибергә онотмағыҙ.
 
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас