

Әҙерләү ысулы: 1 литр йылы һөткә он, әсетке (дрожжи) һалып әсетергә. Әсегәс, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 3-4 ҡалаҡ көнбағыш майы, самалап тоҙ һалып баҫырға. Ҡамыр ҡабарғас, тағы баҫып, тағы ҡабартырға. Оҙайлы процесс, әммә тәмле була. Минекеләргә ҡыҙҙырыбыраҡ бешереү кәрәк, кетерләп торһон, теләгәндәр алһыу ғына итә.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com