

Эслек өсөн 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр алына.
Тәүҙә ҡамыр баҫабыҙ. Ул ҡулға йәбешергә тейеш түгел. Ҡамырҙы бер сәғәткә ситкә ҡуйып торабыҙ. Был ваҡыт эсендә эслек әҙерләйбеҙ. Лимон менән әфлисунды ит турағыстан үткәрәбеҙ. Эсендә орлоғо булһа, алып ташлайбыҙ. Шәкәр ҡушып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүләбеҙ. Берәүһе ҡалған икәүенән ҙурыраҡ булырға тейеш. Өсөһөн дә йәйәбеҙ.
Табаны майлайбыҙ һәм иң ҙур йәймәне һалабыҙ. Унан эслектең яртыһын ҡоябыҙ. Йәймәнең береһе менән ҡаплайбыҙ һәм ҡалған эслекте һалабыҙ.
Ҡалған йәймә менән ҡаплап, сит яғын матурлап бөрөп йәбештерәбеҙ. 30 минуттан духовкаға оҙатабыҙ.
Әҙер бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru