+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
7 Март 2023, 13:15

Бик матур һәм ябай салат

Кәрәк буласаҡ: 200 грамм краб таяҡсалары, ярты стакандан күберәк бешкән дөгө, 3 йомортҡа, 1 баш һуған, 100 грамм ҡаты сыр, 1 банка  консерваланған кукуруз, 3 - 4 ҡалаҡ майонез, тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Биҙәр өсөн: гранат емештәре, укроп.

Һуғанды, краб таяҡсаларын һәм бешкән йомортҡаларҙы ваҡ итеп турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыс аша үткәргәс, бешкән дөгө ҡушып, тоҙ, борос өҫтәп, майонез һалып яҡшылап бутайбыҙ.

Тәрилкә өҫтөнә 8 һанына оҡшатып,  ике стакан ҡуябыҙ, шунан уратып салатты һалып сығабыҙ. Артабан салат өҫтөнә матур итеп, бер ҡалын ҡатлам кукуруз һалырға кәрәк.
Ҡыҙыл гранат емештәре, йәшел укроп менән биҙәгәс, стакандарҙы алабыҙ.

Сығанаҡ : vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас