+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
7 Марта 2023, 08:25

Эремсекле ҡабартма

Был тәмлекәс өсөн 250 грамм эремсек, 1 стакан он, 1 йомортҡа, 3-4 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 семтем тоҙ, шәкәр пудраһы, үҫемлек майы кәрәк була. 

Эремсекле ҡабартмаЭремсекле ҡабартма
Эремсекле ҡабартма

Башта йомортҡа менән шәкәрҙе ҡушып туғып алығыҙ. Унан ыуылған йәки ит турағыстан үткәрелгән эремсекте ҡушып болғатыҙ. Был ҡушылмаға сода, тоҙ һәм ванилле шәкәр менән буталған ондо ҡушып ҡамыр баҫығыҙ. 

Әҙер ҡамырҙы йәйеп (тик йоҡа булмаһын), стакан менән ҡырҡҡылап сығығыҙ. Унан һәр түңәрәктең уртаһын пластик шешә ҡапҡасы йәки шешә ауыҙы менән ҡырҡығыҙ. 

Әҙер ҡабартмаларҙы ҡыҙған үҫемлек майында ике яҡлап бешереп алығыҙ. Бешеп сыҡҡас, ҡағыҙ салфеткаға һалып, майын һеңдереп алығыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр пудраһын һибегеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас