+23 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
9 Марта 2023, 05:25

Балыҡ бәлеше

Бының өсөн 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2 стакан он, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 банка балыҡ консерваһы, тәменә ҡарап йәшелсә алына.

Балыҡ бәлешеБалыҡ бәлеше
Балыҡ бәлеше

Кефир, йомортҡа, он, үҫемлек майы һәм тоҙҙо ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Шулай уҡ бер семтем ҡамыр күперткес ҡушһаң була.

Балыҡты консерванан бушатып, сәнске менән иҙҙеп алабыҙ. Ошонда уҡ йәшелсә ҡушып болғатабыҙ.

Формаға пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ ҙа эслек һалабыҙ. Унан өҫөтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешергәндән һуң тәмләп сәй эсергә лә була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас