+21 °С
Дождь
VKOKTelegram
Аш-һыу серҙәре
9 Марта 2023, 13:05

Урама (тиҙ әҙерләнгән манты)

 Эслеге өсөн кәрәк буласаҡ: фарш, картуф, тоҙ һәм борос. Кишер ҙә һалырға мөмкин. Барыһын үҙегеҙ самалап алығыҙ.

Урама (тиҙ әҙерләнгән манты)Урама (тиҙ әҙерләнгән манты)
Урама (тиҙ әҙерләнгән манты)

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ:
3 йомортҡа, 1 ҡалаҡ һыу, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы һәм 1 семтем тоҙ.

Эслегенә ҡартуфты эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ.
Ҡамырҙы баҫып, бер аҙ ял иттергәс, нәҙек кенә йәймә йәйәбеҙ. Шунан эслеген һалғас, рулет яһап, төрөргә.  Манты бешерә торған һауытта  40 минут бешерергә.

Сулпандың рецебы.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас