+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
13 Март 2023, 11:40

«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше

Был тәмлекәсте бешереү өсөн ҡамырға 1 стакан он, бер ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 80 грамм аҡ май, 2 ҡалаҡ шәкәр, 1 йомортҡа кәрәк. 

«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше
«Фәрештәнең күҙ йәше» бәлеше

Эслеккә 500 грамм эремсек, 100 грамм ҡаймаҡ, 3 йомортҡа,1 ҡалаҡ манный ярмаһы, ярты стакан шәкәр, суфле әҙерләргә 3 йомортҡа ағы, 3 ҡалаҡ шәкәр оно алына.

Иң тәүҙә ҡамыр баҫырға. Онға ҡамыр йомшартҡысы һалып, май менән ыуырға. Уның өҫтөнә шәкәр менән туғылған йомортҡа өҫтәп, ҡамыр баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Унан һуң эслек әҙерләргә. Эремсеккә өс йомортҡа, ярты стакан шәкәр, ҡаймаҡ һалып, блендер менән болғатырға. Суфле әҙерләгәндә өс йомортҡа ағына аҙ-аҙлап шәкәр оно һалып, уны ап-аҡ төҫкә ингәнсе күпертергә.

Һыуытҡыстағы ҡамыр­ҙы алып, табаға эслек ағып сыҡмаҫлыҡ формаға килтереп йәйергә. Өҫтөнә эремсек һалып, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә ярты сәғәткә бешерергә ҡуйырға. Һуңынан бәлештең өҫтөнә суфле һылап, тағы 15 минут бешерергә. Духовканы һүндергәс, ишеген асып ҡуйығыҙ, бәлеште алмағыҙ. Ул шунда һыуынырға тейеш. Ярты сәғәттән өҫтөндә тамсылар барлыҡҡа киләсәк.

 

Сғанаҡ: alshvesti-b.ru

Фото: tendencii.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас