+25 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Марта 2023, 07:20

Манный ҡоймағы

Кәрәк буласаҡ: 400 грамм манный ярмаһы, 1 стакан йылы һөт, 1 стакан йылы һыу, 10 грамм сүпрә (дрожжи), 3  ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 200 грамм он һалып, барыһын бергә болғап, ярты сәғәткә йылы урынға ҡабартыға ҡуябыҙ. Һуңынан 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы ҡушып болғайбыҙ.

Манный ҡоймағыМанный ҡоймағы
Манный ҡоймағы

Артабан 1 стакан ҡайнар һөткә 1 балғалаҡ сода ҡушабыҙ ҙа, әҙ-әҙләп, әҙер ҡамырға ҡойоп, болғап-болғап тағы 15 минут самаһы ҡабартырға ҡуйып торабыҙ.  Ҡабарып сыҡҡас,  ҡоймаҡ ҡоя башлайбыҙ. Әҙер ҡоймаҡтарҙы аҡ май менән майлайбыҙ.
Ҡоймаҡтар күҙләнеп, ҡабарып  ҡына тәмле булып бешә.


Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас