+31 °С
Ясна
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Март 2023, 07:25

Лимонлы кекс

Кекс өсөн  стакан ярым он, ярты балғалаҡ сода, ярты балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы аҡ май, 1 балғалаҡ ванилин, ит турағыстан үткәрелгән 2-3 балғалаҡ лимон ҡабығы, лимон һуты, ярты стакан (әҙерәк тә мөмкин) көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.

Лимонлы кексЛимонлы кекс
Лимонлы кекс

Духовканы 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырабыҙ. Кекс өсөн форманы көнбағыш майы менән буяйбыҙ һәм бер аҙ он һибәбеҙ. Бер һауытта он, сода, ҡамыр йомшартҡысты бергә ҡушабыҙ. Икенсе һауытҡа йомортҡа, шәкәр ҡомо, май, ванилин, лимон ҡабығын һәм һутын һалып, миксер менән бутайбыҙ. Өҫтөнә онло ҡатнашманы һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамырға көнбағыш майы һалып, йәнә бутайбыҙ һәм формаға һалып, духовкаға 30 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: alshvesti-b.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас