+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Март 2023, 08:35

Эремсекле тәмлекәс

Ҡамыр өсөн 150 грамм аҡ май,  150 грамм шәкәр ҡомо, 150 грамм ҡаймаҡ, ике йомортҡа, ике балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 300-400 грамм самаһы он кәрәк.

Эслек өсөн 300 грамм эремсек, 100 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм ҡаймаҡ, 50 грамм он алына.

Башта ҡамырҙы әҙерләйбеҙ. Майҙы шәкәр ҡомо менән бергә әүәләйбеҙ. Йомортҡа, ҡаймаҡ ҡушабыҙ. Он менән ҡабартҡыс (разрыхлитель) өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ.

Артабан эслеккә тотонабыҙ. Эремсекте шәкәр менән бутайбыҙ. Йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ. Уны эремсеккә өҫтәйбеҙ. Эслеккә ҡаймаҡ менән он һалып, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йомортҡаның ағын блендер менән күпергәнсе туғып, эремсеккә ҡушабыҙ.

Ҡамырҙы 20-25 өлөшкә бүлеп, йәймә йәйәбеҙ. Һәр бер йәймәгә эслек һалып, ҡамырҙың икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ. Майлы формаға эремсекле бөйөрөктәрҙе теҙәбеҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бешкәс, шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Фото: way.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас