

Әҙерләү ысулы: бәшмәкте һуған менән майлы табала ҡыҙҙырабыҙ, тоҙло һыуҙа бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ. Йомортҡаны ла бешерәбеҙ.
Әҙер булғас, тәрилкәгә башта бәшмәк, тауыҡ ите, үткәргес аша үткәрелгән йомортҡаның ағы, тоҙло ҡыяр, майонез һәм йомортҡаның һарыһын һалабыҙ. Ҡатлап һалып сыҡҡас, майонез менән ҡайын формаһын эшләп ҡуябыҙ, ҡара һыҙыҡтарын – ҡара зәйтүн емешенән, ә укроптан япраҡ эшләп ҡуябыҙ. Ҡайын төбөнә бер нисә бәшмәк һалып ҡуйырға мөмкин.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com