+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
23 Марта 2023, 10:00

Сыр менән колбасанан әҙерләнгән ҡоймаҡ

Ҡамыр өсөн кәрәк: 150 миллиграмм һөт, 1 йомортҡа, 5 грамм ҡамыр ҡабартҡыс, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 150 грамм ҡаты сыр һәм колбаса, 2 - 3 ҡалаҡ йәшел тәмләткестәр һәм 100 грамм он.

Сыр менән колбасанан әҙерләнгән  ҡоймаҡСыр менән колбасанан әҙерләнгән  ҡоймаҡ
Сыр менән колбасанан әҙерләнгән ҡоймаҡ

Сыр менән колбасаны эре ҡырғыстан үткәрергә, йәшел тәмләткестәр һәм ҡалған ингредиенттарҙы бергә ҡушып болғатырға.

Табаны майлап, массаны һалғас, ҡалаҡ менән тигеҙләргә кәрәк. Шунан ҡапҡас менән ябырға.

Артабан  бер яғы бешеп сыҡҡас, ҡоймаҡтың икенсе яғын әйләндерергә һәм ҡабат ҡапҡасын ябырға кәрәк. Әҙер булғас, ҡоймаҡтың ике яғын да аҡ май менән майларға.

 

Сығанаҡ һәм фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас