

Эслек өсөн 100 — 150 грамм дөгө (бешерергә), 3 бешкән йомортҡа, 1 стакан йөҙөм, 250 — 300 грамм ҡыҙыл эремсек, 100 грамм аҡ май (иретергә), 4 — 5 аш ҡалағы шәкәр алына.
Бәлеш өҫтөнә һибер өсөн 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы он, 1,5 аш ҡалағы аҡ май әҙерләгеҙ.
Ҡамыр әҙерләр өсөн бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Дөгөнө әҙерәк тоҙ һалып бешереп алырға, һалҡын һыу менән сайырға. Йомортҡаларҙы бешереп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә. Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа тотоп алырға, ҡабат сайырға. Аҡ майҙы иретергә.
Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп (береһе ҙурыраҡ, икенсеһе — бәләкәй), табаға тура килтереп йәйергә, 1-се ҡатҡа ҡыҙыл эремсек (ҡайһы берҙәре тәүҙә әҙерәк дөгө һала, аҙаҡ ҡыҙыл эремсек, аҙаҡ йәнә дөгө), 2-се ҡатҡа дөгө (өҫтөнә шәкәр һибергә), унан йөҙөм (кемдер дөгө менән йөҙөмдө бергә ҡушып һала) һәм аҙаҡҡы ҡатҡа йомортҡа һалабыҙ. Аҙаҡ иретелгән аҡ майҙы өҫтөнә ҡойоп сығырға (10 аш ҡалағы).
Бәлештең өҫтөн бәләкәй йәймә менән ябып, ситтәрен үреп-йәбештереп сығырға. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, сәнске менән тишергә, уртаһында ла тишек ҡалдырырға.
Иң һуңынан һибер өсөн әҙерләнгән ҡоро массаны тигеҙләп һалырға.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40 — 50 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото: moradim.ru