+31 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Марта 2023, 07:20

Тәмле ҡыҫтыбый

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: ярты стакан ҡайнар һыу, ярты стакан һалҡын һыу, 3 ҡалаҡ тәмле майонез, бер семтем тоҙ һәм самалап он.

Ҡыҫтыбый эслеге өсөн кәрәк буласаҡ: картуф, һуған, тоҙ, борос, һөт, аҡ май.

Ҡамырҙы баҫып әҙерләгәс,  ҡоро табала бешерергә. Был ҡамыр ҡатып та китмәй, бешкәс, һынмай ҙа.

Эслек өсөн тоҙло һыуҙа бешкән картуфты иҙергә, ҡайнар һөт, борос, аҡ майҙа ҡыҙҙырған һуған һалырға һәм яҡшылап иҙергә. Шунан ҡамыр эсенә иҙмәне һалып сыҡҡас, өҫтөн  аҡ май менән майларға кәрәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас