+32 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
31 Марта 2023, 09:55

Тәмле сәк-сәк рецебы

Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр. Шуның өсөн уның ҡамырын эре, ваҡ, йомро, оҙонса итеп киҫергә мөмкин.

Тәмле сәк-сәк рецебыТәмле сәк-сәк рецебы
Тәмле сәк-сәк рецебы

Ҡамыр өсөн өс йомортҡа (йылы булырға тейеш), бер балғалаҡ эретелгән аҡ май, бер стакан иләнгән он, бер семтем сода, 300 грамм бал кәрәк.

Сироп өсөн  100 грамм шәкәр ҡомо, 60 грамм бал, 1 аш ҡалағы hыу алына.

Ҡамырҙы әҙерләү ысулы: йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Ҡамырҙы йоҡа итеп 5 миллиметр ҡалынлығында йәйегеҙ, уны 5—7 миллиметр ҡалынлыҡта таҫмалар итеп киҫегеҙ. Был таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрәтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын, төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа hалам төҫөнә ингәнсе бешерегеҙ. Сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен өсөн уны бер туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Бешкәндән hуң, ҡайнап торған майҙан алып, артыҡ майы ағып төшhөн өсөн дуршлагҡа hалығыҙ.

Сироп әҙерләү: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып эретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, ризыҡты айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып, сәк-сәкте формаларға килтерегеҙ. Уны шулай уҡ йөҙөм һәм борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә була.

Сығанаҡ һәм фото: moradim.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас