+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
7 Апреля 2023, 06:50

Кәбеҫтәле бәлеш

Ярты күсән кәбеҫтә, 1 баш һуған, 60 грамм аҡ май, 3 йомортҡа, 6-7 ҡалаҡ он, 5 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ майонез, тәменсә тоҙ, борос, 1 семтем ҡамыр күперткес, үҫемлек майы алына.

Кәбеҫтәле бәлешКәбеҫтәле бәлеш
Кәбеҫтәле бәлеш

Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа ҡул менән иҙәбеҙ. Ваҡ итеп ҡырҡылған һуған, тоҙ һәм борос өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ.
Йомортҡа, ҡаймаҡ, майонез, он, күперткес ҡушып ҡамыр эшләйбеҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Табаны майлайбыҙ (ситтәрен дә майлау мотлаҡ). Ҡамырҙың өстән бер  өлөшөн йәйәбеҙ ҙә эслекте һалабыҙ. Аҡ майҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, кәбеҫтә өҫтөнә ҡуйып сығабыҙ. Ҡалған ҡамыр менән ҡаплайбыҙ ҙа 200 градус эҫелектәге мейескә 40-50 минутҡа ҡуябыҙ. Бешергәндә мейесте асмау хәйерлерәк.

Гөлшат ҠУНАФИНА.

Сығанаҡ һәм фото: bashkizi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас