+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
9 Апрель 2023, 06:35

Тәмле бәлеш!

Ҡамыр өсөн кәрәк: 100 миллилитр йылы һыу, 180 грамм аҡ май (бүлмә температураһындағы), 1 йомортҡа, 11 грамм ҡоро сүпрә (сафмомент), 1 аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 400 грамм он. 

Тәмле бәлеш!Тәмле бәлеш!
Тәмле бәлеш!

Ҡамыр 2 бәлешкә етә. 

Эслек өсөн 300 грамм күрәгә, 90 грамм әстерхан сәиләүеге, ҡуйыртылған һөт (сгущенка) кәрәк.

Эслек әҙерләйбеҙ. Күрәгәне яҡшылап йыуабыҙ, ҡайнаған һыуҙа бер нисә сәғәт тотабыҙ. Йомшағас ит үткәргестән сығарабыҙ йә блендерҙа иҙәбеҙ. Әҙ генә һыу өҫтәйбеҙ.

Ҡамыр баҫабыҙ. 100 миллилитр һыуға сүпрә һалабыҙ. Уға май, йомортҡа, шәкәр, тоҙ ҡушабыҙ, яйлап он өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы ябып, бер сәғәткә ҡалдырабыҙ. Унан ике өлөшкә бүләбеҙ (ике бәлеш сыға, бер өлөшөн икенсе төрлө пирог өсөн ҡуллана алаһығыҙ).

Эслек һалабыҙ: беренсе ҡат—күрәгә, икенсеһе— әстерхан сәтләүеге, унан—ҡуйыртылған һөт.

180° духовкаға 15-30 минутка ҡуябыҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: ataisal.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас