+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Апрель 2023, 08:35

Кәбеҫтәнән бөйөрөктәр

Ярты литр йылымыс һөткә 2-3 аш ҡалағы сүпрә (ҡабартҡыс), 3 аш ҡалағы шәкәр һалып болғатырға.

Кәбеҫтәнән бөйөрөктәрКәбеҫтәнән бөйөрөктәр
Кәбеҫтәнән бөйөрөктәр

Уға өй температураһында йомшарған 200 грамм аҡ май (маргарин да ярай), 3 йомартҡа, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ һәм 2 стакан он һалып, шыйыҡ ҡамыр туғыйбыҙ. 1 сәғәт тирәһе ултырып ҡабарғас, тағы ла ярты кило тирәһе он өҫтәп, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Уны йылы урынға ҡуйып тағы ла бер ҡабартып алырға кәрәк.
Әҙер булғас, ҡамырҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлеп әүәләргә лә йәймәләр йәйергә. Уның уртаһына эслекте һалып, ярым ай кеүек ҡырҙарын семетеп сығырға ла майланған табаға теҙеп сығырға. Бәлештәрҙең өҫтөнә туғылған йомортҡа һарыһы һөртөп, ҡайнар мейестә әҙер булғансы бешерергә.
Эслек өсөн уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтәнең яртыһын ваҡ ҡына итеп турарға. Уға тоҙ һибеп, оҙаҡ итеп ҡул менән ыуырға кәрәк. (Массаның күләме ике тапҡырға кәмергә тейеш). Кәбеҫтәне һыуынан һарҡытып алырға ла уға бешеп туралған 4 йомортҡа, 100 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо һалып яҡшылап бутарға.

Сығанаҡ: yaikrb.com

Фото: ytimg.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас