+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
18 Апрель 2023, 09:25

“Телде йоторлоҡ” бәлеше

Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 стакан он, 1 стакан кефир, 1 балғалаҡ сода кәрәк.

“Телде йоторлоҡ” бәлеше“Телде йоторлоҡ” бәлеше
“Телде йоторлоҡ” бәлеше
Эслек өсөн 300 грамм фарш алып, 2-3 һуғанды шаҡмаҡлап турарға, самалап тоҙ, борос һибергә.
Кефирҙы сода менән бутап 5 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан ҡалған ҡатнашмаларҙы ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул манный бутҡаһын хәтерләтә. Форманы майлап, өҫтөнә он һибеп, ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ. Әҙерләнгән эслекте ҡамыр өҫтөнә йәйәбеҙ. Аҙаҡ ҡалған ҡамырҙы һалып бөтәбеҙ.
Духовкала 170 градусҡа ҡуйып, 40 минутта бешереп алабыҙ.
Эслекте төрлөсә әҙерләһәгеҙ ҙә була.
 
Сығанаҡ һәм фото: yaikrb.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас