

Бер йомортканы ярты сәй ҡалағы тоҙ, ике балғалаҡ шәкәр менән туғырға (миксер менән эшләйем). Шунан ярты литр кефир (ҡатыҡ) ҡойоп бутарға. Аҙаҡ бер стакан ҡайнар һыуға (әле генә ҡайнап сыҡҡан) ярты балғалаҡ соданы һалам да өҫтөнә кефир ҡоям. Шунан самалап он, көнбағыш майы, ике аш ҡалағы манный ярмаһы һалып туғыйым. Бешереп ҡарағыҙ, һеҙгә лә оҡшаясаҡ!
Сығанаҡ һәм фото: vatandash.ru