+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Апрель 2023, 06:20

Балан бәлеше

Ҡамыр өсөн ярты литр һөт, 150 грамм аҡ май, бер дана йомортҡа, самалап он, бер аш ҡалағы шәкәр, сода, тоҙ кәрәк. 

Балан бәлешеБалан бәлеше
Балан бәлеше

500 грамм әҙер балан, бер йомортҡа – бәлеш өҫтө өсөн, дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер ҡалаҡ манный ярмаһы алына.

Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Баланды сүптәренән айырып һәйбәтләп йыуырға, әҙерәк һыу һалып, дүрт аш ҡалағы шәкәр һалып утта ҡайнатып алабыҙ. Шунан һыуытып бер ҡалаҡ манный ярмаһы ҡушабыҙ (бәлеш һуты аҡмаһын өсөн).
Ҡамырҙы икегә бүлергә. Бер бүлеме (бәлештең аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙың ҙур киҫәген йәйегеҙ һәм майланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап түшәп һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөн икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп йәбештереп ҡуйығыҙ. Бәлештең өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ (бешкәндә эсенән пар сыҡһын өсөн).
Духовкала 20-25 минут бешерергә. Бешкән бәлештең өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөгөҙ.
 
Сығанаҡ һәм фото: aulut.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас