

Эслек: алмаларҙы турайбыҙ, бер аҙ корица ҡушһағыҙ ҙа була.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, 2 киҫәккә бүләбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп, майланған табаның төбөнә һалабыҙ, шуның өҫтөнә алмалар теҙәбеҙ, улар өҫтөнә бер аҙ он (һуты ағып сыҡмаһын өсөн) һәм шәкәр һибәбеҙ. Аҙаҡ ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйеп, алмалар өҫтөнә һалабыҙ һәм бәлеште матурлап бөрөп сығабыҙ.
Уның өҫтөн майлап, 180 градусҡа духовкаға тығабыҙ һәм 30-40 минут самаһы бешерәбеҙ. Табынға һалҡын килеш, сәй янына бирелә.
Сығанаҡ һәм фото: aulut.ru