+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
23 Апрель 2023, 12:00

Һөттән бер минутта – майонез

Йомортҡаһыҙ, һеркәһеҙ! Һәр ваҡыт һәйбәт килеп сыға, зыянһыҙ һәм оҙаҡ һаҡлана. Кәрәк буласаҡ: 150 миллиграмм һөт, 300 миллиграмм  үҫемлек майы,  ярты балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо һәм 1 балғалаҡ гәрсис.

Һөттән бер минутта – майонезҺөттән бер минутта – майонез
Һөттән бер минутта – майонез

Оҙонса бейек һауытта һөт һәм үҫемлек майын бутайбыҙ, блендерҙы төбөнә тиклем батырып юғары тиҙлектә 30 секунд туҡыйбыҙ.
Артабан шәкәр ҡомо, тоҙ, гәрсис (горчица) һәм лимон һуты өҫтәп, тағы 30 секунд туҡып күпертәбеҙ. Майонез бик ҡуйы һәм тәмле килеп сыға. Лимон һуты булмаған осраҡта. һеркә (уксус) ҡушһаң да була.

Әҙер майонезды таҙа һәм ҡоро банкаға һалып, һыуытҡыста ике аҙнаға тиклем тоторға була. Уны салаттарға ғына түгел, ҡамыр ризыҡтары, хатта торттар әҙерләүгә тотонорға ла мөмкин.


Сығанаҡ һәм фото: "Зөһрә-Йондоҙ" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас