+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
26 Апрель 2023, 10:20

Бауырлы салат

Был салат өсөн ярты килограмм бауыр, ике кишер, ике баш һуған, өс тоҙло ҡыяр, бер банка консерваланған йәшел борсаҡ, тоҙ, борос, майонез, йәшел тәмләткестәр кәрәк.

Бауырлы салатБауырлы салат
Бауырлы салат

Тәүҙә бауырҙы тоҙло һыуҙа бешереп, эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Кишер менән һуғанды ваҡлап, үҫемлек майында ҡыҙҙырып, һыуытып, бауырға ҡушабыҙ. Ҡыярҙы ваҡ итеп турап, борсаҡ менән бергә бауырға өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос, майонез һалып, бөтәһен бергә бутайбыҙ. Өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәп, йылы көйөнсә өҫтәлгә ҡуябыҙ.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас