+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
28 Апрель 2023, 07:00

Кесерткән ашы

Кесерткән ашы — башҡорт халҡының бик борондан ҡулланған аҙығы. Бер аш тәрилкәһе тултырып кесерткән (өҫкө япраҡтары), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан тирәһе он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.

Кесерткән ашыКесерткән ашы
Кесерткән ашы
Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға картуфты турап һалырға. Ул бешкәнсе онға 1 йомортҡа һытып, ыумас ыуырға. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалырға. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләгәс, ипләп кенә япраҡтарҙы алып турарға. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатырға һәм ашҡа һалырға. 5 минуттан аш әҙер. Табынға ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирергә.
 
Сығанаҡ һәм фото: vk.com
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас