+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
5 Май 2023, 09:20

"Йөрәк" печеньеһы

Йомшарған майҙы шәкәр, ванилин, тоҙ ҡушып, миксер менән туғыйбыҙ. Йомортҡа ағы өҫтәгәс, йәнә яҡшылап болғатабыҙ. Шул массаға он һалабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына килеп сығырға тейеш.

"Йөрәк" печеньеһы"Йөрәк" печеньеһы
"Йөрәк" печеньеһы

Әҙер ҡамырҙы кондитер шприцына (тоҡсайына) һалабыҙ ҙа насадкаһы менән пергамент түшәлгән табаға төшөрәбеҙ. Печенье "Йөрәк" тип аталһа ла, һеҙ үҙегеҙгә теләгән башҡа форманы ла бирә алаһығыҙ.
Печеньены 180 градуста 12 минут бешерергә. 

Шулай итеп, эшләнеше ябай ғына булған печенье өсөн 190 грамм аҡ май, 75 грамм шәкәр оно, семтем тоҙ, ванилин, 1 йомортҡа ағы  һәм 225 грамм он кәрәк. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: ejansura.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас