

Баҫҡас, ҡамырҙы сәғәт самаһылай ҡабартып алабыҙ ҙа бик йоҡа итеп йәйәбеҙ. Бик тәмле сыға.
Эслеккә бүрттергән дөгө менән йөҙөм-күрәгә, ҡара емеш йәиһә емештәрҙең үҙен генә һалһағыҙ ҙа була. Шулай уҡ алма, муйыл, эремсек тә ярай.
Бәлештең өҫтөнә шәкәр, аҡ май, ондо ҡушып, онтаҡ һибеп биҙәһәң, тағы ла матурыраҡ һәм тәмлерәк була.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com