+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
8 Май 2023, 09:20

Лимон, әфлисун бәлеше

Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, ярты стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ сүпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он алына.

Лимон, әфлисун бәлешеЛимон, әфлисун бәлеше
Лимон, әфлисун бәлеше

Эслек өсөн 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр, 3 балғалаҡ крахмал кәрәк.

1. Өй температураһында иретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ.

2. Йылымыс һөткә шәкәр, сүпрә, тоҙ һалып, бер аҙ (5 минут) тотабыҙ.

3. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

4. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, береһен – бәлештең аҫҡы өлөшөн ҙурыраҡ итәбеҙ.

5. Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамырҙы йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән әфлисунды төштәренән таҙалап, ҡабығы менән ит үткәргестән сығарабыҙ, шәкәр, крахмал өҫтәп болғатабыҙ һәм 3 өлөшкә бүләбеҙ.

6. Бәлеште ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Бәлеш өҫтөнә 1-әр аш ҡалағы шәкәр, аҡ май, он болғатып һибергә була.

7. Уртаһында һауа сығырға тишек ҡалдырабыҙ.

8. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ (уны бәлеште тыҡҡас ҡына ҡабыҙырға).

 Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас