+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Май 2023, 07:05

Ныҡ тәмле салат

Был тәмле салат өсөн 1 Пекин кәбеҫтәһе, тауыҡтың түш ите, 4 помидор, 100 грамм ҡаты сыр, сохари кәрәк була. 

Ныҡ тәмле салатНыҡ тәмле салат
Ныҡ тәмле салат

Һаналып үтелгәндәрҙең барыһын да киҫәкләп турайбыҙ. 

Шунан салатҡа өҫтәр өсөн ҡатнашма әҙерләйбеҙ. Бының өсөн 5 аш ҡалағы ҡаймаҡҡа 2 аш ҡалағы майонез, 2 аш ҡалағы соя соусы, 2-3 тырнаҡ һарымһаҡ алына. Быларҙың барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ.

Бар әҙерләнгән ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ ҙа табынға өҫтөнә ҡырылған сыр менән биҙәп бирәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас