

Желатин менән лимонадты бергә бутайбыҙ ҙа ике-дүрт сәғәткә ултыртып торабыҙ. Шул ваҡыт үткәс, был ҡушылмаға шәкәр, ҡайнатма һуты, лимон кислотаһы өҫтәп, талғын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнағансы бутап бешерәбеҙ. Эҫе көйөнсә һыу менән һөртөлгән формаға ҡоябыҙ ҙа һалҡынға ҡуябыҙ. Мармелад һыуығас, тейешле формаларға киҫеп, шәкәр пудраһында йәки шәкәрҙә әүәләйбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru