

Һыулы кәстрүлгә бәпембәне һалабыҙ ҙа лимон кислотаһын өҫтәп ҡайнатабыҙ. Һүрән утта 40 минут ҡайнарға тейеш. Лимон кислотаһы ҡайнатмаға матур төҫ бирә, шәкәргә ҡатырға юл ҡуймай. Иләк йәки марля аша һөҙәбеҙ, сәскәләрҙә һыу ҡалмаһын. Шунан шәкәрҙе өҫтәп, тағы ярты сәғәт ҡайнатырға кәрәк. Шәкәр ирегәнсе бутап тораһың. Яңы айыртылған бал шыйыҡлығында тәмле генә бик файҙалы ҡайнатма килеп сыға.