

Глазурь өсөн: 1 йомортҡа ағы, 5 аш ҡалағы тирәһе шәкәр пудраһы.
Эш барышы: кефирҙы шәкәр ҡомо менән аҙ ғына болғатып алабыҙ, шуға 1 йомортҡа, 1 йомортҡа һарыһы, үҫемлек майы һалабыҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Ошо массаға он, ваниль, соданы бергә иләк аша иләп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр бик ҡаты ла, йомшаҡ та булмаҫҡа тейеш (ҡулға, таҡтаға йәбешмәһен).
Ҡамырыбыҙҙы йәйәбеҙ, стакан ярҙамындә түңәрәктәр киҫеп, пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға теҙәбеҙ. Ҡыҙған духовкаға ҡуйып, 30-35 минут бешереп алабыҙ.
Перәниктәр бешкән арала глазурь яһайбыҙ. Йомортҡа ағын аҡ төҫкә ингәнсе болғатып, аҙ-аҙлап шәкәр оно һалабыҙ ҙа ап-аҡ төҫкә кергәнсе болғатыуҙы дауам итәбеҙ.
Бешеп сыҡҡан перәниктәребеҙҙе духовканан алып, глазурь менән саҡ ҡына бутап, тәрилкәләргә өйөп ҡуябыҙ.
Г.ФӘТХУЛЛОВА рецебы.
Фото: lifehacker.ru