+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
17 Май 2023, 07:25

Тәмле печенье

Махсус табала бешерелгән был тәмлекәсте кемдәр генә яратмай икән? Был һеҙгә уның рецебын тәҡдим итергә булдыҡ.

Тәмле печеньеТәмле печенье
Тәмле печенье

Беҙгә 300 грамм аҡ май, 4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 стакан он кәрәк.

Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Ҡуйы ғына ҡамыр килеп сығырға тейеш.

Махсус табаны алдан газда ҡыҙҙырып, майлап, тиҙ генә бешереп алабыҙ. Телеңде йоторлоҡ тәмле печенье килеп сыға.

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас