

Кәбеҫтәне ваҡ итеп турайбыҙ һәм аҙ ғына һыуҙа бер аҙ ҡайнатып алабыҙ. Йәғни һыу ҡайнап сығыу менән кәбеҫтәне 1 минутҡа төшөрәбеҙ. Унан дуршлаг ярҙамында һыуын һарҡытабыҙ.
Йәшелсәне (петрушка, укроп һәм һуғанды) ваҡ итеп турайбыҙ.
Фаршты үҫемлек майы менән ҡыҙҙырып алабыҙ. Шунан кәбеҫтәне фарш һәм йәшелсә менән ҡушып болғатабыҙ. Берәр стакан кефир менән майонезды ҡушып болғатабыҙ ҙа 1 ҡалаҡ соданы һәм 3 йомортҡаны өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ 8 аш ҡалағы он иләп һалабыҙ.
Бәлеш бешерә торған форманы майлайбыҙ. Унан ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ. Эслекте ипләп кенә һаҡлыҡ менән теҙәбеҙ. Унан ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.
Аҙаҡ бәлеште 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 30 минут бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru