+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
20 Май 2023, 08:30

Кескәйҙәр өсөн тиҙ бешерелә торған тәмле генә печенье.

1 йомортка, 1 стакан шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы сода, 200 грамм май, 2,5-3 стакан он кәрәк.

Кескәйҙәр өсөн тиҙ бешерелә торған тәмле генә печенье.Кескәйҙәр өсөн тиҙ бешерелә торған тәмле генә печенье.
Кескәйҙәр өсөн тиҙ бешерелә торған тәмле генә печенье.

Йомортҡа, шәкәр һәм соданы бергә туғығас, бүлмә температураһында ирегән майҙы ҡушабыҙ. Ныҡлап болғатҡандан һуң, он ҡушып йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ.
Килеп сыҡҡан ҡамырҙы он һибелгән таҡтала 8-10 мм ҡалынлыҡта йәйеп, түңәрәк итеп киҫеп сығабыҙ. Майланған табаға һалып, эҫе мейестә 8-10 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Өҫтөн шәкәр пудраһы менән биҙәргә мөмкин.
Бына шулай тиҙ һәм еңел генә әҙерләнә был печенье!

Сығанаҡ һәм фото: Гөлсәсәк ПСӘНЧИНӘ сәхифәһенән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас