+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
22 Май 2023, 10:35

Күптермә (оладьи)

Ярты литр кефирҙы бер аҙ йылытығыҙ (эҫеп китмәһен!). Унан 1 балғалаҡ тоҙ, 4 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа һалабыҙ. 

Күптермә (оладьи)Күптермә (оладьи)
Күптермә (оладьи)

Онға сират етте. Уныһын ҡарап өҫтәгеҙ, ҡамыр ҡалаҡтан саҡ төшөп торорлоҡ ҡуйылыҡта булһын. Барыһын яҡшылап болғаттығыҙмы? Хәҙер содаға сират етте. Уны 1 балғалаҡ тулыр-тулмаҫ ҡына итеп төшөрәбеҙ. Ҡамыр ҡапыл ҡалҡып китер. 

Күптермә күпереп бешһен өсөн 4 кәңәш: 

1. Кефир мотлаҡ бүлмә температураһында булырға тейеш. 

2. Ҡамыр әҙер булғас, ул 15 минуттан ярты сәғәткә тиклем ултырып торһон. 

3. Ҡабарған ҡамырҙы ҡабат болғатырға ярамай. Ипләп кенә ҡалаҡлап табаға һалырға кәрәк. 

4. Күптермәне уртаса утта табаның ҡапҡасын ябып бешерәләр. Күптермәнең өҫтө күҙләнә башлаһа, әйләндерергә ваҡыт еткән була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас