+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
26 Мая 2023, 08:20

Әйҙәгеҙ, сәк-сәк бешерәйек!

Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа (йылы булырға тейеш), 1 сәй ҡалағы иретелгән аҡ май, 2 стакан иләнгән он, 1 семтем сода кәрәк.

Әйҙәгеҙ, сәк-сәк бешерәйек!Әйҙәгеҙ, сәк-сәк бешерәйек!
Әйҙәгеҙ, сәк-сәк бешерәйек!

Сироп өсөн 100 грамм шәкәр ҡомо, 60 грамм бал,1 аш ҡалағы hыу ална.

Йомортҡаларҙы һәйбәтлэп бутап тоҙ, сода, эретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып  йомошаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡтарҙа төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йоморо, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡаҡ итеп  5 миллиметр ҡалыннығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7 миллиметр  ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ.  Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң ( 5 минут тирәhе)  вак ҡына итеп турағыҙ.

Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа бешерегеҙ. Мотлаҡ болғатып торорға кәрәк,  бешкәндән hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн. 
Сироп әҙерәу: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып иретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас,  айырым hауытта  балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып сәк-сәкте өйөп ,матурлап тәрилкәгә һалығыҙ. Сәк-сәкте йөҙөм менән, борсаҡ кәнфиттәр менән биҙәргә мөмкин
Сәйҙәрҽгҽҙ тәмлҽ булһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас