

Йомортҡаның һарыларын әҙерләнгән шәкәрҙең яртыһы менән ағарғансы туғыйбыҙ. Майҙы иретеп, икегә бүләбеҙ. Уның тәүге яртыһына йомортҡа һарыһы, һөт ҡушабыҙ. Шунан он, аш содаһы, бер аҙ тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ.
Табаға йәйеп һалабыҙ, туралған алманы өҫтөнә теҙәбеҙ ҙә ҡалған майҙы алма өҫтөнә ағыҙабыҙ, шәкәр һибәбеҙ.
180 градуслы духовкала йәки мейестә 30-35 минут бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com