+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
30 Май 2023, 09:10

Эремсекле тәмлекәс

Яҡынса 18 печенье бешереү өсөн кәрәк була:

Эремсекле тәмлекәсЭремсекле тәмлекәс
Эремсекле тәмлекәс

-220 грамм эремсек
- 100 грамм аҡ май
- 40 грамм шәкәр
- 170-180 грамм он
-1 балғалаҡ йомшартҡыс
-2-3 аш ҡалағы джем йә ҡуйы ҡайнатма.

Эремсекте йомшарған аҡ майға һәм шәкәргә ҡушырға, бер аҙ он һибергә, йомшартҡыс өҫтәргә. Болғатырға. Ҡалған ондо ҡушырға һәм йомшаҡ ҡамыр баҫырға. 3-4 миллиметр ҡалынлығында йәймә йәйеп, түңәрәкләп ҡырҡырға. Бер түңәрәккә джем йәки ҡайнатма һалғас, өҫтөнә - икенсеһен. Таяҡса менән ситтәренә тишектәр эшләргә.

180 градуслыҡ мейестә 15 минут бешерергә.

Сығанаҡ һәм фото: ataisal.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас