+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
31 Май 2023, 09:35

Әйҙәгеҙ, бәлеш бешерәйек!

Ҡамыр өсөн 1 стакан йылы һыу, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 3 - 4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк буласаҡ.

Әйҙәгеҙ, бәлеш бешерәйек!Әйҙәгеҙ, бәлеш бешерәйек!
Әйҙәгеҙ, бәлеш бешерәйек!

Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ, әҙер булғас, 20 минут ял иттерәбеҙ.
Эслеккә фарш, ваҡлап туралған картуф, һуған, самалап борос, тоҙ һалына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһен табаға йәйәбеҙ, эслекте һалғас, икенсе өлөшө менән ябып ҡуябыҙ. Ситтәрен матур итеп бөгөп, өҫтөн үҙегеҙ теләгәнсә биҙәп, духовкаға оҙатабыҙ. 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас