+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
11 Июнь 2023, 10:00

Туңдырылған еләк-емештән пирог

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: бер ҡап аҡ май,1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 3 стакан самаһы он менән валсык яһайбыз. 100 миллиграмм һөт, 1 йомортҡа һалып ҡамыр баҫабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа 15 минутка ҡуйып торабыҙ.

Туңдырылған еләк-емештән пирогТуңдырылған еләк-емештән пирог
Туңдырылған еләк-емештән пирог

Эслек өсөн: туңдырылған еләк-емеш, шәкәр ҡомо өҫтәп, 3 ҡалаҡ кисель һалып, йәйелгән  ҡамырға һалабыҙ. 400 грамм ҡаймаҡҡа шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа һалып болғайбыҙ, шунан еләктәр өҫтөнә һибәбеҙ.

Ҡыҙған духовкала ҡыҙарғансы бешерәбеҙ. (Табаның ҙурлығына ҡарап, эслектең күләмен үҙгәртергә була).

Сығанаҡ һәм фото: “Иң шәп рецептлар” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас