+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
21 Июнь 2023, 05:55

Эремсек менән сейәнән бәлеш

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 200 грамм он, 150 грамм аҡ май, 100 грамм  шәкәр ҡомо, 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель).

Эремсек менән сейәнән бәлешЭремсек менән сейәнән бәлеш
Эремсек менән сейәнән бәлеш

Эслек өсөн кәрәк буласаҡ: 500 грамм эремсек, 100 грамм шәкәр ҡомо, 1 -  2 йомортҡа, 100 грамм ҡаймаҡ,  төшө алынған сейә йә башҡа емеш-еләк.

Эш барышы: бүлмә температураһында торған аҡ майҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ. Он, ҡамыр ҡабартҡыс, шәкәр ҡомо ҡушып туҡыйбыҙ. Шунан ике йомортҡа һалып, ҡамырыбыҙҙы баҫып бөтөрәбеҙ. Артабан шыптырға төрөп, 30 минутка һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Ҡамыр ял иткән арала эслекте әҙерләйбеҙ. Эремсек, йомортҡа һәм шәкәр ҡомон ҡушып, блендер менән яҡшылап болғатабыҙ.

Ҡамырҙы пергамент ҡағыҙ һалынған табаға йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә эремсекте һәм төшө алынған сейәләрҙе теҙеп сығабыҙ.

Бәлеш 180 - 190 градус эҫелектәге мейестә 40 минутта бешеп сыға.

 

Гөлсәсәк Фәтхулова.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас