+1 °С
Ясно
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
24 Июня 2023, 08:00

Тәмле ваҡ бәлештәр

Ҡамыр өсөн кәрәк буласаҡ: 180 грамм ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ сода, 1  йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 1 балғалаҡ тоҙ һәм 400 грамм он.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәмле ваҡ бәлештәрТәмле ваҡ бәлештәр
Тәмле ваҡ бәлештәр

Эслек өсөн кәрәк буласаҡ: 400 грамм тауыҡ ите, 300 грамм картуф, 3 баш һуған, самалап тоҙ һәм борос.

Эш барышы:
Ҡаймаҡҡа  сода, йомортҡа, аҡ май, тоҙ, он һалып ҡамыр баҫҡас, 15 минут тирәһе ҡамырҙы ял иттерәбеҙ. Шул арала эслек яһайбыҙ. Картуфты әрсеп турағас, тауыҡ итен турап, һуған, тоҙ, борос ҡушып бутайбыҙ. Әҙер булғас, ваҡ бәлештәр эшләйбеҙ.
 Ваҡ бәлештәр 180 градус эҫелектәге духовкала 40 минутта бешеп сыға.

Гөлнур Мостафина.

Фото: "Татарская кухня" төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас