+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
28 Июнь 2023, 04:00

Тиҙ өлгөрә торған ҡамыр

Ҡунаҡтар килһә, һеҙгә тиҙ генә бешерергә уңайлы ҡамыр рецебын тәҡдим итәбеҙ. Бик тәмле була. Кәрәк буласаҡ: 1 стакан ҡайнар һыуға  – 1 стакан һалҡын һөт, ярты стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо һәм 1 пакет (11 граммлы) “Саф момент” сүпрәһе һәм 5 стакан он.

Тиҙ өлгөрә торған ҡамырТиҙ өлгөрә торған ҡамыр
Тиҙ өлгөрә торған ҡамыр

Әҙерләү ысулы: “Саф момент” сүпрәһен һалып, яҡшылап болғатаһың. Артабан 5 стакан он һалып баҫырға,  тик 5-се стакандағы ондо һалып  бөтөрмәгеҙ.  Иң тәүҙә ҡамырҙың тығыҙлығын ҡарарға кәрәк (артыҡ ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын).  Шунан тишек булмаған шыптыр моҡсайға һалып, һауа инмәҫлек итеп бәйләргә лә һыуытҡыстың иң өҫкө кәштәһенә һалып торорға. Сүпрәһе яҡшы булһа, 40 минутта ҡабара. Ҡамыр бик  йоҡа итеп йәйелә. Төрлө бәлештәр, пицца бешерергә мөмкин.



Мәрйәм Миңлеғолова.

Фото: Скриншот.

Видео: “Татар халык ашлары” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас