+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
2 Июль 2023, 12:00

Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!

Кәрәк буласаҡ:  2 стакан он,  200 грамм аҡ май; 1 сынаяҡ шәкәр ҡомо,  ҡамыр ҡабартҡыс.

Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!
Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!

Барыһын  бергә ҡушып, йомшак ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, 10-15 минут ял иттерәбеҙ.
Эслекте әҙерләйбеҙ: 1 стакан һатыуҙағы ҡаймаҡ (15-20%), 1 сынаяҡ шәкәр шәкәр ҡомо,  һөйәкһеҙ сейә.
Ошоларҙы бөтәһен бергә болғарға, шәкәре иреп бөтөргә тейеш.
Ҡамырҙы табаға йәйәбеҙ (мин ҡул менән йәйәм), ситен бейегерәк итәбеҙ, эслекте ҡоябыҙ ҙа  180 – 200 эҫелектәге мейестә  ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Эшләүгә бик ябай ғына, әммә телеңде йоторлоҡ бәлеш килеп сыға. Тик һыуынғанын көтөр кәрәк (1сәғәт тирәһе).

Сығанаҡ һәм фото: “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмө.

 

 

 

 

Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!
Төрлө еләктән бәлеш бешерәйек, дуҫтар!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас