+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
19 Июль 2023, 12:00

Сейә майлар мәл етте

“Беҙҙекеләр арымай, ашағаны – һары май”,– тип һары майҙың файҙаһын боронғолар матур итеп аңлатып биргән. Йәйҙең мул мәлендә сейәле май әҙерләп өлгөрәйек.

Иң тәүҙә был емештең иң матурҙарын һалҡын һыуҙа сайҡатып, ҡоротоп алайыҡ.

Артабан һары май эшләйек:

  1. Бер йомғаҡ ауыл майын, төбө ҡалын булған һауытҡа һалып, талғын утта иретәбеҙ. Майҙы ҡайнатырға һәм болғатырға ярамай. Ҡайнар сиккә етһә, утты мөмкин тиклем кәметәбеҙ.
  2. Ирегән май өҫтөндә күбек барлыҡҡа килә башлар. Уны алып ташларға ашыҡмайыҡ. Күп итеп йыйылғас, күбек үҙенән-үҙе кәмер, шул саҡта ғына һөҙөп алырбыҙ.
  3. Тағы ла һауыт төбөндә майҙың төпрәһе барлыҡҡа килер. Ул көйөп китмәһен өсөн өҫкә сыҡҡан майҙы һөҙөп алабыҙ һәм ҡабаттан талғын утҡа ҡуябыҙ. Майыбыҙ, яп-ялтыр булып, үтә күренеп торорға тейеш. Айырылып сыҡҡан төпрәне ҡулланмайбыҙ, сөнки унда насар холестеринды арттырыусы матдәләр бар.Шулай итеп, бер сәғәттәй ваҡыт эсендә файҙалы һары май эшләп алдыҡ. Ундағы матдәләр иммунитетты күтәрә, һөйәкте һәм быуынды нығыта, йөрәк менән мейегә лә файҙаһы ҙур. Тағы ла һары майҙа Омега-3 бар.

Сейәне эмалле йәки быяла һауытҡа тултырабыҙ. Һары майҙы, саҡ ҡына һыуытып, емештең өҫтөнә ҡоябыҙ. Бер аҙ бал йә шәкәр өҫтәргә мөмкин.

Башҡорттар борон-борондан һары майға муйыл, ҡыҙыл бөрлөгән, көртмәле, ҡарағат һалып та һаҡлай.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас