

Шулай итеп, ҡамыр өсөн 300 г он, 125 г аҡ май, 75 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, ярты балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, саҡ ҡына тоҙ алына. Эслеккә 300 г эремсек, тәменә ҡарап шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа һарыһы, 1-2 аш ҡалағы он кәрәк. Ҡамыр баҫып, йәйеп, ҙур булмаған түңәрәктәр ҡырҡабыҙ һәм эслекте һалып, 200 градус эҫелектә 20 минут самаһы бешерәбеҙ. Сочниктарығыҙ тәмле булһын!