+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
10 Август 2023, 08:00

Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты

Был тәмлекәстең фотоларынан уҡ ауыҙ һыуы ҡороп китә. Баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе Ләйсән Ишмырҙа ҡыҙы Юлбирҙина балалары менән ғәҙәти булмаған рецепт буйынса манты бешереп ҡараған: ул ашамлыҡты табала ҡыҙҙырған! Һеҙ ҙә әҙерләгеҙ әле – үкенмәҫһегеҙ.

Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ мантыҠабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты
Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты

Ҡамыр эшләүҙең бер ауырлығы ла юҡ: йылы һыу, тоҙ һәм он ғына талап ителә. Эслек өсөн ингредиенттарҙың нисбәтен иһә һәр кем үҙе самалаһын: ҡабағы йә картуфы күберәк булһынмы, бәлки, тауыҡ ите өҫтөнлөк итер. Тоҙ, саҡ ҡына үҫемлек майы, тәмләткестәрҙе лә үҙегеҙ теләгәнсә ҡушығыҙ.

Хәҙер инде иң ҡыҙығы етте. Мантының парҙа бешерә торған үҙ яйланмаһы бар, әлбиттә, әммә бөгөн таба ҡулланайыҡ. Эҫе майға мантыларҙы теҙеп ҡыҙҙырып алабыҙ, һауыттың өстән бер өлөшөнә һыу ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябабыҙ ҙа 20 минут самаһы һүрән утта тотабыҙ. Пар иҫәбенә тиҙ арала бешеп тә сыға. Әҙерләп ҡарағас, фотоһын "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙгә комментарий рәүешендә беркетегеҙ, һеҙҙеке нисек килеп сығыр икән?

Фото: vk.com

Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты
Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты
Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты
Ҡабаҡ, тауыҡ ите һәм картуфтан телде йоторлоҡ манты
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас