+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Аш-һыу серҙәре
12 Август 2023, 05:00

Йәшелсәләрҙән рагу

Был аҙыҡты нисек кенә бешермәйҙәр, уға нимә генә ҡушмайҙар. Бөгөнгө ялда иренмәй генә баҡсаға сығып, булған йәшелсәгеҙҙе керетегеҙ: Өфөнән Римма Ғафур ҡыҙы Хәлилова һеҙгә тәмле рагу рецебы өйрәтә.

Йәшелсәләрҙән рагуЙәшелсәләрҙән рагу
Йәшелсәләрҙән рагу

Туралған кишер менән һуғанды майлы ҡаҙанда ҡыҙҙырабыҙ, тауыҡ ите өҫтәгәс, йәнә утта тотабыҙ. Ҡалған йәшелсәләрҙе теләгән күләмдә алырға була: картуф, кәбеҫтә, татлы борос, помидор, ташҡабаҡ – барыһы ла, әлбиттә, йыуып туралған булырға тейеш. Һауытыбыҙға төшөрәбеҙ һәм һыу ҡоябыҙ. Инде рәхәтләнеп быҡһын! Ҡаҙан шуныһы менән дә уңайлы – аҙыҡ көйөп бармай. Их, тәмле!

Йәшелсәләрҙән рагу
Йәшелсәләрҙән рагу
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас